Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
29 Май 2023, 10:00

Кесерткән ашы

Кесерткәнде итле һурпаға һалып та, “ҡоролай” ҙа бешерергә була. Итһеҙ бешергәндә:

Кесерткән ашы
Кесерткән ашы

  Кесерткән – бер услам (100-200 г.),
  Бәрәңге – 3 дана
  Кишер — 1-2 дана,
  Һуған – бер баш,
  Һыу — 2,5-3 литр,
  Тоҙ, тәмләткестәр – тәменсә.
  Ике дана йомортҡа (мотлаҡ түгел)
  Аҡ май йәки шыйыҡ май - оҡшағанса.

Һыуҙы ҡайнатып сығарғас, бәрәңге турап һалына, ул бешә торғансы, кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, өҫтәп ебәрәһең. Башлы һуғанды ваҡлағас, майҙа ҡыҙҙырып алырға була, шул көйө лә һалырға мөмкин. Кесерткәнде башта һалҡын һыуҙа йыуып, ҡайнар һыу менән бешекләп алаһың. Сағылыуҙан ҡурҡмаһаң, бешекләмәй генә лә турарға була. Был хатта быуын һыҙлағанда файҙалы ла.

Кесерткәнде башҡа үҫемлектәр артынан оҙатҡас, бер нисә минуттан әҙер ҙә була.

Ҡаты итеп бешерелгән ике йомортҡаны ваҡ ҡына итеп турап, ашҡа һалаһың.

Табынға ҡаймаҡ менән бирһәң, телеңде йоторлоҡ булыр.

Ауыл ҡаймағы менән сабата ла тәмле була тиҙәр былай.


 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Гүзәл Ситдиҡова
Читайте нас: