Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
25 Март 2023, 14:00

СӘК-СӘК

Ҡамыр ѳсѳн:

СӘК-СӘК
СӘК-СӘК

3 йомортҡа (йылы булырға тейеш),
1 сәй ҡалағы иретелгән аҡ май,
2 стакан он,
1 семтем сода.
Сироп ѳсѳн:
100гр шәкәр ҡомо,
60 гр бал,
1 аш ҡалағы һыу.

Йомортҡаларҙы һәйбәтләп туҡып, тоҙ, сода, иретелгән аҡ май ҡушығыҙ, иң аҙаҡтан иләнгән он ѳҫтәп йомшаҡ итеп ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы дымлы туҡыма менән ябып 1 сәғәт тотоғоҙ.

Ҡамырҙы 5 мм ҡалынлығында йәйегеҙ, йәймәне 5-7мм ҙурлығындағы таҫмалар итеп киҫегеҙ. Һәр таҫманы ҡул менән тәгәрләтеп, ҡәләм ҡалынлығындағы хәлгә килтерегеҙ. Әҙерәк кипкәндән һуң (5 минут тирәһе) ваҡ ҡына итеп бармаҡ быуынындай ҙурлыҡта турағыҙ. Сәк-сәкте ҡалын тѳплѳ һауытта (ҡаҙанда) ҡайнаған майҙа бешерегеҙ. Һалам тѳҫѳнә инеү менән майҙан алығыҙ. Сәк-сәктең бѳтә яҡтары ла бер тѳҫтә бешһен ѳсѳн бешергәндә болғатып торорға кәрәк. Алғас та тишекле сүмескә һалып, артыҡ майын һарҡытығыҙ.

Сироп әҙерләү: шәкәр ҡомона һыу ҡойоғоҙ, утҡа ҡуйып эретегеҙ, болғата-болғата ҡайнатып сығарығыҙ һәм бал ѳҫтәгеҙ. Сироп яҡынса ярты сәғәттә әҙер була. Әҙер булыуын белеү ѳсѳн бер тамсы сиропты һалҡын һыуға һалып ҡарағыҙ, ул таралмайынса шар формаһында ҡатып ҡалырға тейеш.

Сәк-сәк һыуынғас, сироп менән бутағыҙ һәм һауыттарға ѳйѳп һалығыҙ. Ҡулдарҙы һыуыҡ һыуға манып, ѳйѳлгән сәк-сәкте матур формаға килтерегеҙ. Ѳҫтѳн йѳҙѳм, борсаҡ кәнфиттәр менән биҙәргә мѳмкин.

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:
Читайте нас: