Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
29 Декабрь 2022, 10:00

Ҡаҡланған тауыҡтан салат

Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Төркөмдәштәргә байрам табынына йәнә тәмле генә салат рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Ҡаҡланған тауыҡтан салат
Ҡаҡланған тауыҡтан салат
Кәрәк: 150 грамм ҡаҡланған тауыҡ ите, 200 грамм шампиньон, 100 грамм корейса кишер, 150 грамм йәшел ҡыяр, 80 грамм ҡара емеш, майонез, тоҙ, борос, петрушка, укроп кәрәк.
 
Тауыҡ итен тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ, һыуынғас, ваҡ итеп турайбыҙ. Был салаттың беренсе ҡатламы. Икенсе ҡатлам итеп ваҡ ҡына туралған ҡара емеш һалына. Өсөнсө ҡатламға һаласаҡ шампиньондарҙы үҫемлек майында ҡыҙҙырып алабыҙ. Ҡыярҙы ваҡ шаҡмаҡтарға турайбыҙ. Корейса кишерҙе үҙең эшләһәң дә, һатып алһаң да була. Һәр ҡатлам өҫтөнә йоҡа ғына майонез яғабыҙ. Әлеге салатты тәрән түңәрәк һауытҡа ҡатламлап һалығыҙ һәм һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Ярты сәғәттән һуң, һауытты әйләндереп, киң тәрилкәгә салатты ҡаплап һалығыҙ.Тағын да матур булһын, тиһәгеҙ, салатты укроп, петрушка менән биҙәргә кәрәк буласаҡ.
 
 
Автор:
Читайте нас: