+4 °С
Болотло
Башта балды, гәрсисте, лимон һутын, майҙы, ваҡланған һарымһаҡты, тәмләткестәрҙе бергә бутайбыҙ. Өйрәктең эсенә лә, тышына ла шул маринадты һылайбыҙ ҙа, пакетта һалып, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Икенсе көн алманы турап өйрәктең эсенә тултырабыҙ ҙа тегәбеҙ.
Фольгаға ҡалған алмаларҙы, өйрәкте һалып, артҡан маринадты һылап төрәбеҙ. Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытып, ике-өс сәғәт бешерәбеҙ. Яҡынса бер килограмға - бер сәғәт. Бешеп килгәндә фольгаһын асып, өҫтө ҡыҙарғансы тотабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: sandrablog.net