Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
24 Ноябрь , 18:00

Ҡаҡланған ҡаҙ ите яратаһығыҙмы?

Уңған хужабикәләр ҡаҙ итен тоҙлап эшкәртеү, хатта туңдырғысҡа һалыр алдынан да бер аҙ тоҙлау ысулдарын тәҡдим итә. 

“Ҡаҡланған ҡаҙҙы бешермәй әҙерләйҙәр. Һуйған көнө бер кило тоҙ менән эсен-тышын бик һәйбәт итеп ышҡырға. Бигерәк тә ҡанат аҫтарын, бот тирәләрен. Муйынына тултырырға кәрәк тоҙҙо. Ҡалған тоҙҙо эсенә һалып бөтөрөргә кәрәк. Унан һуң ҡалын ҡағыҙ менән ҡат-ҡат төрөргә, бәйләп ҡуйырға. Кибеттәрҙә 20 кг макарон һалған ҡапсыҡтар була, улар бигерәк тә яҡшы. Унан иҫке мендәр тышы буламы, йә марля менән төрөп, яҙға хәтле тышҡа сығарып элеп ҡуйырға. Элек осормаға аҫа инек, хәҙер гаражға ғына эләбеҙ инде. Дурт ай ҡаҡлана шулай. Унан асып елле урынға эләһең. Тик себендән һаҡларға. Шул ҡаҡланған ҡаҙ була инде беҙҙең яҡта.

Ландыш Ғиләжева”.

“10 литр һыуға 1 ҡап тоҙ һалырға һәм ошо ҡатнашмала ҡаҙҙы 1-2 көн тоторға. Бешереп ашаһаң, бик тәмле була”, - тип яҙа Лилиә Йәһүҙина. Хужабикәләр ошо ысул менән эшкәртелгән ҡаҙҙы духовкала әҙерләгәндә лә итенең йомшаҡлығын, тәмлелеген билдәләй.

Шулай уҡ күп хужабикәләр ҡаҙ итен туңдырғысҡа һалыр алдынан мотлаҡ эсен-тышын тоҙ менән ышҡып алырға кәңәш итә. Бындай ҡаҙҙың ите бешкәндән һуң тәме буйынса ныҡ айырыла, ти улар.

 

 

Сығанаҡ: “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө.

Гөлдәр Яҡшығолова
 
Автор:
Читайте нас в