Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
10 Ноябрь 2022, 15:00

Сөгөлдөрҙән шифалы эсемлек

Был рецепт ниндәй осраҡтарҙа файҙалы? Ҡанды таҙарта, эс ҡатыуҙы, шешенеүҙе иҫкәртә, бауырҙы таҙарта һәм...

Сөгөлдөрҙән шифалы эсемлек
Сөгөлдөрҙән шифалы эсемлек

1,5 килограмм сөгөлдөрҙө йыуып, әрсеп, һәр береһен дүрт-биш өлөшкә бүлергә кәрәк. Өҫтөнә ике литр ҡайнаған һыу ҡойоп, талғын ғына утта бер сәғәт ҡайнатығыҙ. Уттан алғас, бер аш ҡалағы шәкәр һәм бер аш ҡалағы алма һеркәһе өҫтәргә.

Ҡатнашманы һыуытҡыста һаҡларға. Көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашар алдынан 30-40 мл эсергә һәм бер-ике киҫәк сөгөлдөр ашарға тәҡдим ителә. 

Был рецепт ниндәй осраҡтарҙа файҙалы?

* Ҡанды таҙарта;

* Организмға яҡшы тәьҫир итә: эс ҡатыуҙы, шешенеүҙе иҫкәртә, бауырҙы таҙарта.

* Яман шеш барлыҡҡа килеүҙе иҫкәртә – рак күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүҙе тотҡарлай.

* Кислородты үҙләштереүҙе көсәйтә, йәғни организмдың нығыныуына булышлыҡ итә.

* Йөрәк-ҡан тамырҙары, тын юлдары системаһының эшмәкәрлеген яҡшырта.

* Ҡан баҫымын көйләй.

* Атеросклероз, йөрәк ауырыуҙарын, икенсе төрҙәге диабетты, остеопорозды иҫкәртә.

* Тирене йәшәртә, сөнки сөгөлдөр яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа булышлыҡ итә.

 

 

Фото: astronom.ru

Гөлдәр Яҡшығолова

bashgazet.ru

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: