-2 °С
Болотло
Баландан эшләнгән бәлеш – һәр табындың йәме. Һәр кем уны үҙенсә бешерә, ә беҙ һеҙгә Лилиәнең рецебын өйрәтәбеҙ:
- Баланды, сүптәрен айырып, һәйбәтләп йыуабыҙ ҙа духовкала сәғәм ярым тирәһе бешерәбеҙ, шунан һөҙәбеҙ. Шул арала ҡамыр баҫабыҙ: һөт, йомортҡа, он, семтем сода, әҙ генә шәҡәр ҡомо. Баҫып бөткәс ҡамыр йәйәбеҙ. Ҡамырҙы табаның ҙурлығына ҡарап һалабыҙ. Эсенә балан тултырып, ҡабат духовкаға 40 минутҡа ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото Лилиә Насырова архивынан.