Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
7 Сентябрь , 18:00

Әсе генә түгел, шифалы ла балан емеше

Балан иммунитетты нығыта, авитаминоздан дауалай, рак күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүенә ҡаршы тора, аллергиянан һаҡлай, ҡан ағыуҙы туҡтата, нервыны тынысландыра, холестеринды кәметә, пульсты көйләй.

Әсе генә түгел, шифалы ла балан емеше
Әсе генә түгел, шифалы ла балан емеше

Баҡсаларҙа ҡыҙарып ултырған баланды һәр кем белә. Күптәр уны әсе булғаны өсөн ҡулланмаһа, икенселәренә емештең еҫе оҡшамай. Ә бына баландың ни тиклем шифалы икәнен белгәндәр уны йыл да йыйып, быҡтыра, ҡайнатма, ҡаҡ эшләй, шул көйө туңдырғыста һаҡлай. Баландың мең төрлө файҙаһы бар.

 Ундағы биологик әүҙем мат­дәләр күп кенә ауырыуҙарҙан бик һөҙөмтәле профилактик сара һәм дауа булып тора. Мәҫәлән, күптәр уны нервы ҡаҡшауынан, ҡан ба­ҫымы күтәрелеүҙән, атеросклероздан, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан ҡуллана. Баланда С витамины лимон менән мандаринға ҡарағанда ике, ә тимер байлығы биш-ун тапҡырға күберәк.

Балан емеше шулай уҡ бәүел ҡыуҙырғыс сара булараҡ та яҡшы һөҙөмтә бирә. Тамаҡ шешеү, йүткереү, шешек, экзема кеүек ауырыуҙарҙан дауаланғанда ла файҙаһы ҙур. Балан ҡайнатмаһы тән температураһын төшөрә, яраларҙы тиҙ уңалтырға ярҙам итә. 

Балан иммунитетты нығыта, авитаминоздан дауалай, рак күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүенә ҡаршы тора, аллергиянан һаҡлай, ҡан ағыуҙы туҡтата, нервыны тынысландыра, холестеринды кәметә, пульсты көйләй. Әммә халыҡ медицинаһының организмға кире тәьҫире булыуы мөмкинлеген дә онотмайыҡ. Кемдең ҡан баҫымы түбән, кемдә юғары кислоталы гастрит, бөйөрөндә таш бар, уларға баланды һаҡ ҡулланырға кәңәш ителә. Шулай уҡ подагра диагнозы ҡуйылғандарға ла һаҡсыллыҡ талап ителә. Ғөмүмән, тәбиғи дарыу­ҙарҙы – шифалы үлән йә йәшелсә-емеште белеп файҙаланырға кәрәк.

Баланды төрлө ысул менән һаҡлап, ҡулланып була. Был емеш халыҡ медицинаһында киң файҙаланыла. Һеҙгә бер нисә төр ризыҡ әҙерләргә кәңәш итәбеҙ.

Балан кеҫәлен яһағанда һыуын күберәк һалып, ябыҡ һауытта (суйын яҡшыраҡ) йомшарғансы ҡайнатабыҙ. Бешеп сығыр алдынан шәкәр һәм ҡуйылыҡ өсөн самалап арыш оно һалабыҙ. Кеҫәл файҙаһы ҡымыҙҙыҡынан бер ҙә кәм түгелдер.

Баллы морс әҙерләү өсөн ярты стакан балан һутына бер литр һыу, 100 грамм бал кәрәк. Балды һыуҙа иҙеп, һутҡа һалып болғайһың, һалҡын килеш табынға ҡуяһың.

Желатинды бер аҙ ҡайнап һыуынған һыуҙа ҡабартып алғас, ҡалған һыуҙы өҫтәп, тағы ҡайнау хәленә еткерәһең. Шәкәр ҡомо, балан һуты ҡушып, 35 градусҡа тиклем һыуытаһың. Ҡабарғансы туғып, формалы һауыттарға ҡойорға кәрәк.

Балан желеһын әҙерләгәндә бер килограмм емеш, бер килограмм шәкәр ҡомо, ике стакан һыу файҙаланаһың. Эҫе һыуҙа 5–6 минут ҡайнатҡас, ул һыуҙы түгеп, ике стакан һыу ҡойоп, йомшарғансы бешерәһең. Иләк аша үткәреп, шәкәр ҡомо менән бутайһың һәм яңынан 50 минут бешереп, таҙа, стерилләнгән банкаларға тултырып, һалҡын урында һаҡлайһың.

Балан сиробын бер литр һут, ике килограмм шәкәр ҡомо һәм 10 грамм лимон кислотаһынан әҙер­ләргә була. Балан һутына шәкәр ҡомон һалып ҡайнатаһың, өҫтөн­дәге күбеген алғас, лимон кис­лотаһы ҡушып, тағы биш минут бешерәһең һәм һөҙөп, шешәләргә тултыраһың да һауа инмәҫлек итеп ябып ҡуяһың. Сиропты киҙеү (грипп) осоронда ҡулланыу ҙур файҙа бирә.

Балан һутын әҙерләү өсөн бер килограмм емеш, 200 грамм шәкәр ҡомо, 200 грамм һыу кәрәк. Емеш һутын һығып алып, ҡалған массаны 5–10 минут һыуҙа ҡайнатаһың. Һут һәм шәкәрҙе һарҡынды менән болғатып һыуыталар.

 Картуф крахмалын һыуҙа ебетеп, уға эҫе балан һутын ҡойоп, шәкәр өҫтәп ҡайнатып алаһың. Барлыҡҡа килгән кеҫәлде эҫе һәм һалҡын килеш өҫтәлгә бирергә була.

Йөрәк сиренән йонсоғанда ярты стакан баланға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4–5 сәғәткә ябып ултыртып, һыуынған төнәтмәне көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә кәрәк. Балан ағасының ҡайырыһы төнәтмәһен гинекологик сирҙәрҙән файҙаланыу бик борондан килә.

 

 

Фото: travelask.ru

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас в