Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
26 Август , 17:00

Ҡышҡылыҡҡа борщ заправкаһы

Йәһәт тә генә – банканы астың һәм ярты сәғәттән борщ әҙер ҙә! Теләгәндәр тушенка менән дә ашай ала.

Ҡышҡылыҡҡа борщ заправкаһы
Ҡышҡылыҡҡа борщ заправкаһы

Уның өсөн 3 кг сөгөлдөр; берәр кг кишер, татлы борос, помидор; 3 аш ҡалағы тоҙ; берәр стакан шәкәр, үҫемлек майы; 125 мл 9 процентлы һеркә әҙерләйбеҙ. Барлығы 0,5 литрлыҡ 12 банка сығасаҡ.
Бөтә йәшелсәләрҙе лә йыуығыҙ, таҙартығыҙ. Артабан ҙур һауытҡа түбәндәгесә ҡатлап һалабыҙ: ярым йә дүрткә түңәрәкләп туралған һуған; эре ҡырғыста йә корейса үткәрелгән сөгөлдөр, кишер; боросто – нәҙек һалам итеп, ә помидорҙы ярым түңәрәк итеп турап һалырға. Тоҙ, шәкәр, һеркә, майҙы һалып, барыһын бергә болғарға ла талғын ғына утҡа ҡуйырға. Һут бүленеп сыҡҡас, утты көсәйтергә һәм 25 минут бешерергә.
Унан эҫе килеш банкаларға һалып ябырға ғына ҡала.

 

Автор фотолары

Ҡышҡылыҡҡа борщ заправкаһы
Ҡышҡылыҡҡа борщ заправкаһы
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в