Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
12 Август , 09:00

"Кубан" салаты

Рецепт:

* 2 кг кәбеҫтә
* 2 кг помидор
* 1,5 кг кишер
* 1,5 кг ҡыяр
* 1,5 кг татлы борос
* 1-2 шт. әсе борос
* 30 шт. ҡара борос
* 6 шт. лавр япрағы (онталған)
* 500-600 мл үҫемлек майы
* 200-250 мл аш һеркәһе (алманыҡын була)
* 150 гр шәкәр
* 3-3,5 аш ҡалағы тоҙ.

Йәшелсәләрҙе турап, бергә матур ғына итеп бутағандан һуң май, һеркә, борос бөрсөктәрен, лавр япраҡтарын, шәкәр, тоҙ ҡушып тағы бер тапҡыр бутарға. Бер сәғәткә, һуты сыҡҡансы ултыртып ҡуяһың. Тап ошо мәлдә уны (тоҙо етәме-юҡмы) тәмләп ҡарарға була. Кәстрүлгә һалып, ҡайнатырға ҡуяң. ҡайнап сыҡҡандан һуң тағы 15 минут талғын утта тотаң.

Стерилләнгән банкаларға һалып, һыуынғансы төрөп ҡуйырға ғына ҡалды.
 
Ашығыҙ тәмле булһын!
 
 
Сығанаҡ: https://vk.com/thehostess?w=wall-179134884_1448%2Fall
Автор:
Читайте нас в