Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
11 Август , 13:00

Бешкән һыйыр ите менән ҡыярҙан салат

Кәрәк була:

Бешкән һыйыр ите менән ҡыярҙан салат
Бешкән һыйыр ите менән ҡыярҙан салат

* 2 оҙон ҡыяр
* 400 гр (әҙерәк булһа ла ярай) һыйыр ите
* 1 шт уртаса ҙурлыҡтағы һуған
* 1 шт ҡыҙыл татлы борос
* 2 теш һарымһаҡ
* 1 балғалаҡ ҡыҙыл әсе борос
* 1 балғалаҡ кориандр онтағы
* 2 аш ҡалағы 5% аш һеркәһе
* 3-4 аш ҡалағы үҫемлек майы
* 1 балғалаҡ тоҙ
* 3-4 аш ҡалағы соя соусы
Әҙерләү:
Ҡыярҙың башын ҡырҡып ташлайбыҙ ҙа урталай йә өс өлөшкә ҡырҡабыҙ. Һәр киҫәкте буйына 3-4 өлөшкә бүләбеҙ, һауытҡа һалып тоҙлайбыҙ ҙа һуты сыҡһын өсөн 15-20 минутҡа ҡалдырып торабыҙ.
Был ваҡытта башҡаһын әҙерләй торайыҡ.
Ныҡ иреп бөтмәгән итте һалам кеүек турайбыҙ. Һуғанды балдаҡлап турайбыҙ.
Сират ҡыярға етте: һыуын түгәбеҙ, өҫтөнә ҡыҙыл борос, кориандрҙы, иҙелгән һарымһаҡты һалабыҙ.
Яҡшы итеп ҡыҙҙырылған табала итте ҡыҙҙырып алабыҙ. Һурпаһы бөткәс, ит бер аҙ ҡыҙарырға тейеш. Шунда уҡ һуғанды өҫтәйбеҙ. Унан соя соусы ҡушабыҙ. Бешкән составты ҡыяр өҫтөнә ауҙарабыҙ. Боросто һаламлап турайбыҙ ҙа өҫтәйбеҙ. Аш һеркәһе, май ҡушып бутайбыҙ. Бер аҙ шулай утыртып торабыҙ.

Ашығыҙ тәмле буһын!

 

Сығанаҡ: https://vk.com/thehostess?w=wall-179134884_1071%2Fall

Автор:
Читайте нас в