Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
8 Август 2022, 19:00

Ҡышҡылыҡҡа щи әҙерләйбеҙ

0,5 литрлыҡ 15 банка щи әҙерләү өсөн 3 кг бешкән помидор, 1-әр кг кәбеҫтә, кишер, һуған, татлы борос, 400 г петрушка тамыры һәм 100 г петрушка үләне, 150 г шәкәр ҡомо, 100 г тоҙ, 100 г 9 процентлы аш һеркәһе, 200 г үҫемлек майы, 3 лавр япрағы, 5-7 дана ҡара борос, 3 дана хуш еҫле борос кәрәк буласаҡ.

Башта бөтә йәшелсәләрҙе йыуырға. Помидорҙы ҡайнар һыуҙа тотоп, тышын таҙартырға һәм шаҡмаҡлап турарға. Кәбеҫтәне, татлы боросто, петрушканы ваҡлап, һуғанды ярым айҙай турарға, кишер менән петрушка тамырын ҡырғыстан үткәрергә. Барыһын бергә ҡушып, тәмләткестәр, тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе, үҫемлек майы һалырға һәм бутарға. 30 минут ултыртып торорға.

Стерилләнгән банкаларға тултырырға, тимер ҡапҡастарҙы банкаларҙың өҫтөнә ҡуйып 40 минут стерилләргә. Һуңынан ҡапҡастарын ныҡлап ябырға.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: