Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
6 Август 2022, 10:00

Алма менән йөҙөмдән бәлеш

Ошондай бәлеш бешереп ҡарағанығыҙ бармы? Ул ял табынын тағы ла йәмләп ебәрер.

200 грамм аҡ май, 200 грамм шәкәр, 350 грамм он, биш алма, өс йомортҡа, 100 грамм йөҙөм, бер лимон, дүрт сәй ҡалағы йомшартҡыс, бер семтем тоҙ, абрикос повидлоһы кәрәк.
Тәүҙә йомшарған аҡ майҙы шәкәр, тоҙ һалып туғып, крем эшләйбеҙ. Йомортҡаны берешәрләп ҡушып, тағы ла болғайбыҙ ҙа лимон, йөҙөм, йомшартҡыс, он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.
Шунан форманы майлап, ҡамырҙы йәйеп һалабыҙ, өҫтөнә алма киҫәктәре, лимон һутын өҫтәйбеҙ.
Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытып, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Артабан абрикос повидлоһын йылытып бәлешкә һөртәбеҙ.
Әҙерәк һыуығас, табынға бирергә мөмкин.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: