Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
2 Август 2022, 19:00

"Солянка" рецепты

Кәрәк: 2 кг кәбеҫтә, 2 кг помидор, 1 кг һуған, 1 кг кишер.

Кәбеҫтәне, помидорҙы, һуғанды ваҡлап турарға. Һуғанды ярым айҙай йәки кем нисек ярата шулай турарға. Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрергә. Йәшелсәләр әҙер булғас, ҡатнашманы ҙур кәстрүлгә һалырға, 0,5 грамм үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы тоҙ, 11 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы аш һеркәһе, 11 бөртек ҡара борос һәм 5 лавр япрағы һалып утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡандан һуң бер сәғәт ҡайнатырға һәм банкаларға тултырып, ҡапҡас менән ябырға. Был солянкаға бәшмәк тә ҡушырға мөмкин. Тик уны башта 15 минут тирәһе бешереп алырға кәрәк.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: