Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
29 Июль , 13:30

Ашҡабаҡты файҙаланып ҡал!

Түбәндә ашҡабаҡтан тәмле рецептар,  ҡышҡылыҡҡа һаҡлау серҙәре һәм был йәшелсәнең  файҙаһы хаҡында уҡығыҙ.  Әйткәндәй, һеҙҙең баҡсағыҙҙа ашҡабаҡтар өлгөрҙөмө әле? Һеҙ уны нисек файҙаланаһығыҙ, үҙегеҙҙең тәҡдимдәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.  

Ашҡабаҡты файҙаланып ҡал!
Ашҡабаҡты файҙаланып ҡал!

Алтын төҫөндәге был йәшелсә тәмле генә түгел, файҙалы матдәләргә бай ҙа. Ашҡабаҡтың (урыҫса – тыква) составында С, В1, В2, РР, Е витаминдары, каротин, калий, магний, тимер, марганец, селен, баҡыр, цинк, молибден, никель бар. Уны ашҡа, бутҡаға ҡушырға, пюре яһарға, ҡыҙҙырып, мейестә бешереп тә ашап була.

Лимонлы ашҡабаҡ

400 г ашҡабаҡ
1 лимон
2 аш ҡалағы бал
2-3 аш ҡалағы ҡаймаҡ
Ашҡабаҡты таҙартып, духовкала бешереп алырға ла ит турағыс аша үткәрергә. Лимонды ҡырғыстан үткәреп, ашҡабаҡ менән бутарға. Бал ҡушып, 15 минут бешерергә. Табынға һыуыҡ килеш ҡаймаҡ менән бирергә.

Тултырылған ашҡабаҡ

300 г майлы ит
1 кишер
1 татлы борос
1 ананас (банкала үҙ һутында булһа ла ярай)
Ашҡабаҡтың өҫтөн ҡапҡас кеүек ҡырҡып алабыҙ һәм эсен таҙартабыҙ. Ваҡ киҫәктәргә туралған итте ҡыҙҙырабыҙ, кишер менән ананасты – шаҡмаҡлап, боросто һаламлап турап ҡушабыҙ, тоҙлайбыҙ. Бер аҙ һыу һалып, быҡтырып алабыҙ ҙа ашҡабаҡтың эсенә тултырабыҙ. Өҫтөн ҡурғаш менән ябып, эҫе булмаған духовкала ике сәғәт тирәһе бешерәбеҙ. Ашҡабаҡты табынға шул килеш ултырталар.

Ашҡабаҡтан салат

Бер ашҡабаҡ
80 г зәйтүн емеше
80 г сыр
Петрушка, әнис, һеркә
Ашҡабаҡты турап, табаға йәйеп һалырға, өҫтөнә ҡара борос, үҫемлек (зәйтүн майы булһа, бигерәк тә яҡшы) майы һибергә һәм ҡыҙыу булмаған мейестә 30 минут самаһы бешереп алырға. Һыуынғас, шаҡмаҡлап туралған зәйтүн емешен һәм сырҙы ҡушырға, тоҙ, уксус, йәшел үләндәр һалып бутарға.

Шулай уҡ ашҡабаҡты шаҡмаҡлап турап, һыуытҡыста һаҡлаһағыҙ, ҡыш көнө рәхәтәлнеп файҙалана алаһығыҙ!

Әйткәндәй, һеҙҙең баҡсағыҙҙа ашҡабаҡтар өлгөрҙөмө әле? Һеҙ уны нисек файҙаланаһығыҙ, үҙегеҙҙең тәҡдимдәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

 

 

Фото: angliya.com

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас в