Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
24 Июль 2022, 12:00

Тоҙло ҡыяр яратһағыҙ...

Уны ошолай тиҙ генә әҙерләп, табынға ҡуя алаһығыҙ. Рецебы - яҙмала.

Тоҙло ҡыяр яратһағыҙ...
Тоҙло ҡыяр яратһағыҙ...

Уның өсөн кәрәк:

(Ярты килограмм ҡыяр иҫәбенә)

бер ҡалаҡ шәкәр
бер балғалаҡ тоҙ
бер ҡалаҡ аш һеркәһе
дүрт-биш теш һарымһаҡ
50 миллилитр үҫемлек майы
бер ус укроп йә башҡа тәмләткес үләндәр.

Әҙерләү

Ғәҙәттәгесә, ҡыярҙы яҡшылап йыуып, ике осон ҡырҡып ташлайбыҙ. Уларҙы тәүҙә уртаға ярып, шунан тағы дүрткә бүләбеҙ. Бәләкәй киҫәкле ҡыярҙар тиҙ маринадлана, йәғни бер сәғәт эсендә әҙер була, асыҡ йәшел төҫө лә үҙгәреп өлгөрмәй.

Ваҡланған ҡыяр өҫтөнә тоҙ, шәкәр, ваҡ итеп туралған һарымһаҡ, укроп, башҡа төрлө тәмләткес үлән һалып, яҡшылап бутайбыҙ.

Туғыҙ процентлы аш һеркәһе өҫтәп, тағы яҡшылап болғатабыҙ. Уксус урынына лимон һуты ҡулланырға мөмкин.

Иң һуңынан ҡайнау хәленә еткән (ҡайнап сығырға тейеш түгел!) көнбағыш майын ҡойоп болғайбыҙ.

Ҡыярҙың өҫтөн ҡаплап, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Бер сәғәттән ул әҙер.

 

 

Фото: kylinar.top

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: