Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
14 Июль 2022, 13:00

Емеш-еләкте нисек туңдыраһығыҙ?

Баҡсаларҙа ғына түгел, урман-ҡырҙарҙа ла еләктең өлгөргән мәле. Еләк мәле - бер генә тигәнде иҫәпкә алып, уңған хужабикәләр уларҙы йыйып, ҡайнатма әҙерләй, компот яба.

Емеш-еләкте нисек туңдыраһығыҙ?
Емеш-еләкте нисек туңдыраһығыҙ?
Әммә емеш-еләкте туңдырғыста һаҡлау - иң яҡшыһы, сөнки йыл әйләнәһенә өҫтәлдәрҙә хуш еҫле еләкле десерт йәиһә тәмле бәлеш, бөйөрөктәр урын алыр, үҙен дә рәхәтләнеп ашарға мөмкин. Емеш-еләкте туңдырыр алдынан уларҙы йыуып, киптерергә кәрәк. Аҙаҡ инде пластик һауыттарға һалып йәки туңдырыу өсөн махсус һатылған ҡапсыҡтарға тултырып, һыуытыу камераһына ултыртығыҙ.
Шулай уҡ емеш-еләктәрҙән пюре яһап та һаҡларға була. Емештәрҙең бер нисә төрлөһөнән эшләнгән пюре бигерәк тә тәмле килеп сыға. Йыйып алған емештәрҙе йыуып, уларҙы миксер йәки блендер менән әйләндереп алығыҙ ҙа саҡ ҡына шәкәр ҡомо өҫтәп, алдан әҙерләнгән һауыттарға ҡойоп, туңдырғысҡа оҙатығыҙ. Әйткәндәй, мин үҙем йыл һайын ҡурай, баҡса һәм ер еләктәренән, ҡарағат һәм абрикостан пюре эшләп һыуытҡыстарымды тултырам. Әле лә уларҙы рәхәтләнеп ҡулланам.
 
 
Фото:s-zametki.ru
 
Карима Усманова
 
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: