Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
20 Май 2022, 11:00

Борщ өсөн тәмләткес

Кемдәр борщ ярата? Ммм, ғәләмәт тәмле аш. Әйҙәгеҙ баҡсабыҙҙан сөгөлдөр, кишер, һуған, помидор, татлы борос кеүек йәшелсәләрҙе йыйып алайыҡ та ҡышҡылыҡҡа борщ өсөн тәмләткестәр яһап ултыртайыҡ.

Борщ өсөн тәмләткес
Борщ өсөн тәмләткес

Ингридиенттар:
* 3 кг сөгөлдөр
* 1 кг кишер
* 1 кг башлы һуған
* 1 кг татлы борос
* 1 кг помидор
* 1 стакан шәкәр
* 3 аш ҡалағы тоҙ
* 1 стакан үҫемлек майы
* 125 мл 9% аш һеркәһе

Һанап үтелгән аҙыҡ-түлектән яҡынса 12 ярты литрлыҡ тәмләткес сыға.
Бар йәшелсәләрҙе йыуып, таҙартып ҡуябыҙ. Һуғанды яртылаш йә дүрткә бүлеп, ярым балдаҡлап турайбыҙ. Сөгөлдөр менән кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Боросто һалам кеүек оҙонсалап турайбыҙ. Помидорҙы ярым түңәрәк итеп ҡырҡып сығабыҙ. Тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе һәм майҙы ҡушып, һүрән генә утҡа ултыртып ҡайнатырға ҡуябыҙ. Һыуы сығыу менән утты көсәйтәбеҙ ҙә йәнә 25 минут бешерәбеҙ.
Стерелләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытып ҡуябыҙ.
Ә ҡышҡыһыыын... банканы асабыҙ ҙа, әҙер һурпаға һалып ебәрәбеҙ. Ауыҙ һыуы ҡойолоп киттеме?
Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Сығанаҡ: https://vk.com/thehostess?w=wall-179134884_1449%2Fall

Автор:
Читайте нас: