Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
22 Апрель , 09:00

Һарымһаҡ һәм һөт

Был ҡушылма пневмониянан, астманан, туберкулездан, йөрәк ауырыуҙарынан, йоҡоһоҙлоҡтан, артриттан, йүтәлдән һәм башҡа күп сирҙәрҙән дауа булып тораҺарымһаҡ микробҡа ҡаршы тороу һәләтенә эйә, көслө антиоксидант булып тора. Уны йылы һөткә бутаһаң, ул күп кенә ауырыуҙарҙан ҡурсалар.

Һарымһаҡ һәм һөт
Һарымһаҡ һәм һөт

Бының өсөн һеҙгә 250 мл һыу, таҙартылған 10 теш һарымһаҡ, 500 мл һөт, 2-3 сәй ҡалағы шәкәр кәрәк булыр.

Әҙерләү: кәстрүлгә һөт һәм һыуҙы ҡойоғоҙ, уға ҡырҡылған һарымһаҡты һалығыҙ һәм бутап тороп ҡайнау хәленә еткерегеҙ. Аҙыраҡ шулай ҡайнап ултырһын. Уттан алғас, уны һөҙөп алығыҙ ҙа, һөткә шәкәр ҡушығыҙ. Эҫе көйө генә эсегеҙ.

Пневмония менән көрәшеү өсөн көнөнә өс тапҡыр ошо рецепт буйынса һөт эсергә.

*Астма менән яфаланыусылар, йоҡлар алдынан өс теш һарымһаҡ ашап, хәлен еңелләштерә ала. Һарымһаҡлы һөт тә ярҙам итер.
*Әлеге эсемлек холестеринды кәметә, тимәк ҡан әйләнеше яҡшыра. Йөрәк сире менән йонсоусылар әллә ни ҡуйы булмаған һөттө ҡулланһын.
*Быуындар һыҙлаһа, көн дә һарымһаҡлы һөт эсегеҙ.
*Һарымһаҡ бауырға ла ярҙам итә. Биш көн эсһәгегеҙ, һары ауырыуынан ҡотолорға мөмкин. Йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәргә лә ярҙам итер.
*Туберкулез менән яфаланыусыларға әлеге шыйыҡсаны көнөнә өс тапҡыр эшләп эсергә кәрәк.
*Йүтәл йонсотһа, һарымһаҡлы һөткә куркума ла өҫтәп ебәрегеҙ.
*Насар холестеринды кәметә, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар түлһеҙлегенән дауалай, аш эшкәртеү системаһын яҡшыртып, эсәк флораһын яйға һалыр.
* Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в