Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
21 Апрель 2022, 15:00

Алма бәлеше

Бик тиҙ генә әҙерләнә һәм тәмле килеп сыға.

Алма бәлеше
Алма бәлеше

Бәлеш өсөн: 200-300 грамм он, 200 грамм шәкәр, 3-5 йомортҡа, 100-әр грамм һөт, май, 500-600 грамм алма, семтем тоҙ кәрәк.

Һөткә аҙ ғына тоҙ, шәкәр, май, йомортҡа һалып болғатҡас, он ҡушып ҡамыр әҙерләйҙәр.

Уға ҡабығын әрсеп, эсен алып һәм ваҡ итеп шаҡмаҡлап турап, алма һалып болғатырға. Майлы табаға кипкән икмәк валсығы һибеп, алмалы ҡамырҙы тигеҙләп һалалар.

Өҫтөнә йомортҡа һарыһы һөртәләр ҙә 40-45 минут духовкала бешереп алалар. Һыуынғас, матур итеп киҫеп, сәй янына ҡуялар.

 

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: