Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
14 Апрель 2022, 09:00

Ысыҡ тамсылары бәлеше

"Ысыҡ тамсылары" йәки "Фәрештәнең күҙ йәше" бәлеше йомортҡаның ағы менән шәкәр пудраһын дөрөҫ итеп туғыһаң ғына, бешеп сыҡҡан бәлештең өҫтөндә аҙаҡ күҙ йәшеләй тамсылар барлыҡҡа килә. "Был бәлеш һәр байрам табынында мотлаҡ булырға тейеш", тигән фарман бирҙеләр миңә егеттәрем! Бындай бәлеш мотлаҡ һеҙҙең дә табынығыҙ түрендә булырға тейеш, тип әйтмәйем, сөнки һеҙ бер тәмләп ҡарағандан һуң, мин әйтмәһәм дә әйләнгән һайын бешерәсәкһегеҙ.

Ысыҡ тамсылары бәлеше
Ысыҡ тамсылары бәлеше
Шулай итеп, ең һыҙғанып тотондоҡ эшкә. Иң башта ҡамырын әҙерләйбеҙ. Бер стакандан саҡ ҡына күберәк онға бер балғалаҡ ҡабартҡыс (йә аш һеркәһендә һүндерелгән ярты балғалаҡ сода) һалып бутайбыҙ, ярты ҡап аҡ май өҫтәп ыуабыҙ, айырым һауытта туғылған бер йомортҡа менән ике ҡалаҡ шәкәрҙе ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Әйткәндәй, аҡ май һып-һыуыҡ булырға тейеш, ҡулланғанға тиклем һыуытҡыстан алмағыҙ. Әҙер ҡамырҙы шыптырға урап һыуытҡысҡа тыҡтым да, эслеген әҙерләргә тотондом.
 
Башта өс йомортҡаның ағын һарыһынан айырҙым. Ағына тамсы ла һарыһы төшмәҫкә тейеш, юҡһа ағы аҙаҡ матур булып күпермәйәсәк. Шуға ипләп кенә айырығыҙ. Бында инде һәр кем үҙ ысулын ҡуллана.
 
Йомортҡаның ағын шулай уҡ һыуытҡысҡа ҡуябыҙ, ул беҙгә аҙаҡ кәрәк буласаҡ.
 
Йомортҡаның һарыһын миксер менән туғыным да, ике ҡап эремсек, ярты стакан шәкәр, бер стакан магазин ҡаймағы, бер ҡалаҡ манный ярмаһы ҡушып йәнә берҙе миксерымды дырылдатып алдым. Шунан ҡамырымды сығарып, табаға ҡул менән тигеҙ генә итеп йәйҙем. Ситтәрен саҡ ҡына өҫкә күтәргәс, әҙер эслекте ҡойоп, 35 минутҡа мейескә ҡуйҙым. Ваҡыт етә башлау менән, йәһәт кенә һыуытҡыстан йомортҡаның ағын сығарҙым да, бер ҡап шәкәр пудраһы (масса 40 гр тип яҙылған ҡабына, яҡынса өс ҡалаҡ була ул) менән ныҡ итеп туғыным. (Икенсе юлы ярты стакан шәкәр ҡомо менән эшләп ҡарарға кәрәк тип тә уйлап ҡуйҙым. Шәкәр пудраһына ҡарағанда шәкәр ҡомо менән нығыраҡ оҡшай миңә).
 
Әйткәндәй, суфленың әҙерме-юҡмы икәнен һауытты баш түбән әйләндереп ҡарап белеп була. Әгәр ҙә, баш түбән әйләндергәндә суфле ағып төшмәй икән, тимәк әҙер. Үҙем шулай тикшерәм.
 
Уй-уй-уй!!! 35 минут!!!
 
Бәлеште йәһәтерәк сығара һалайыҡ та, өҫтөнә аҡ күперекте һылап, йәнә ун биш минутҡа мейескә оҙатайыҡ! Әҙер бәлеште шунда уҡ ҡырҡмағыҙ, һыуынғанын көтөгөҙ. Аҙаҡ бәлештең өҫтөндә йымылдап ҡына күҙ йәштәрендәй тамсылар күренә башлаясаҡ. Иҫ киткес тәмле һәм матур бәлеш!
 
Ашығыҙ тәмле булһын, дуҫтарым!
 
 
Фото: автор.
 
Автор:Гөлназ Ишемғолова
Читайте нас: