Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
13 Апрель 2022, 13:00

Онһоҙ әҙерләнгән печенье

Бик хуш еҫле, йомшаҡ һәм иҫ киткес тәмле килеп сыға!

Онһоҙ әҙерләнгән печенье
Онһоҙ әҙерләнгән печенье

Кәрәк: 3 йомортҡа, 250 гр кокос онтағы, 150 гр шәкәр, 8 гр ваниль шәкәре, самалап тоҙ.

Мискәгә йомортҡаларҙы һытып һалабыҙ, шәкәр, ваниль шәкәрен, кокос онтағын, тоҙ һалып бутайбыҙ. 5-6 минутҡа ҡалдырабыҙ. Был массанан ҡул менән түңәрәк формалар әҙерләп табаға һалабыҙ ҙа, алдан йылытылған духовкала 180 градуста 20 минут тирәһе бешерәбеҙ.

 

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: