Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
1 Апрель 2022, 12:30

Эремсектән бәлеш

Еңел генә рецепт тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн 3 стакан он, ярты стакан шәкәр, 1/4 сәй ҡалағы сода, 100 грамм аҡ май алабыҙ.

Эремсектән бәлеш
Эремсектән бәлеш

Эслек өсөн: ярты килограмм эремсек, ярты стакан шәкәр, өс йомортҡа, бер семтем ванилин.
Тәүҙә аҡ майҙы бәләкәй киҫәктәргә бүлгеләп, аҡ май, шәкәр менән бергә ыуабыҙ. Унан сода өҫтәйбеҙ.
Артабан эремсекте иләк аша үткәреп, йомортҡа, шәкәр менән бергә туғыйбыҙ. Форманы майлап, ярты ҡамырҙы йәйәбеҙ. Өҫтөнә эслекте һалғас, ҡамырҙың икенсе яртыһын ҡушабыҙ. Мейесте 220 градусҡа тиклем йылытып, ярты сәғәт бешерәбеҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: