Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
12 Март , 16:00

Йомортҡа аштары

• Йомортҡанан аш-һыу әҙерләй башлағансы, йылымыс һыуҙа йыуалар.

Йомортҡа аштары
Йомортҡа аштары

  Ҡабығы сатнаған йомортҡаны бешерер өсөн ҡайнар һыуға һалалар.
  Бешкән йомортҡа өҫтәлгә ҡуйып әйләндеререп ебәргәндә, бер урында оҙаҡ өйөрөлөп тора, сей йомортҡа аҡрын әйләнә.
  Бешергәндә ярылмаһын өсөн, йомортҡаның йоморо башын тиҙ генә энә менән тишәләр, йә һыуға тоҙ өҫтәп, ҡайнар һыуға һалып бешерәләр.
  Йомортҡаны һытып һурғанда, ағына – тоҙ, һарыһына борос һибәләр.
  Йомортҡа бешеүгә ҡайнар һыуын түгеп, бер аҙ һалҡын һыуҙа тотороға кәрәк, шул саҡта ҡабығы анһат ҡына әрселә.
  Сейле-бешле итеп бешереү өсөн 3-4 минут ҡайнатыу етә. Ағын ҡатыраҡ бешереп, һарыһы шыйығыраҡ булһын тиһәгеҙ, 4-5 минут ҡайнатырға. Ҡаты итеп бешереү ваҡыты – 8-10 минут.
  Йомортҡаның яңы икәнен нисек белергә? Уны тоҙло һыуға (1 литр һыуға – 100 г) һалығыҙ. Яңы йомортҡа аҫҡа төшә, ә боҙолғаны – өҫкә ҡалҡып сыға.
  Йомортҡаның ағын ғына ҡулланғанда, һарыһы эләкмәһен, юғиһә һеҙ кәрәкле һеҙөмтәгә өлгәшә алмайһығыҙ.
  Йомортҡаның ағын эмаль йә иһә алюмин һауытта туҡырға кәңәш ителмәй. Иң яҡшыһы – фарфор йә иһә фаянс һауыт.

 
 
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в