Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
12 Март , 09:00

Ҡамырға төрөлгән алма

Кәрәк: 6 уртаса ҙурлыҡтағы алма, 2 ст он, 300 гр эремсек, 300 гр маргарин, 1 сәй ҡалағы лимон һуты, ярты ст шәкәр, 1 сәй ҡалағы шәкәр пудраһы, төменсә тоҙ.

Ҡамырға төрөлгән алма
Ҡамырға төрөлгән алма

Эремсекте иҙгеләп, тоҙ, маргарин, он ҡушып ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйеп, алма ҙурлығына ҡарап квадраттар киҫеп сығабыҙ.

Алманы ҡабығынан әрсеп, уртаһын алабыҙ ҙа лимон һуты ҡушылған һыуҙа шомшарғансы бер аҙ ҡайнатабыҙ. Алмаларҙы алып һыуын һарҡытҡас, ҡамыр уртаһына ҡуйып эсенә шәкәр һибәбеҙ. Фотолағыса квадраттарҙың остарын йәбештереп, өҫтөн туғылған йомортҡа менән һөртәбеҙ ҙә духовкаға бешерергә ҡуябыҙ.

Табынға бирер алдынан шәкәр пудраһы һибергә онотмағыҙ.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в