Аш-һыу
4 Марта 2022, 05:00

“Наҙлыҡай” бәлеше

Ҡамыр өсөн: 2 стакан он, 50 г май йәки маргарин, 1 йоморт­ҡа, 20 г сүпрә, 2/3 стакан һөт, 2 ҡалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ.

“Наҙлыҡай” бәлеше“Наҙлыҡай” бәлеше
“Наҙлыҡай” бәлеше

Эслек өсөн: 200 г эремсек, 5 ҡалаҡ бал, 100 г май, 1 йоморт­ҡа, ярты стакан сәтләүек.
Әҙерләү:
Сүпрәне йылы һөттә ебетегеҙ, тоҙ, шәкәр, он, йомортҡа ҡушып туҡығыҙ. Аҙаҡ иретелгән май өҫтәгеҙ. Ҡамырҙы 2-3 сәғәткә йылы урынға ҡуйығыҙ, аҙаҡ йәйеп, майланған табаға һалығыҙ.
Эслек өсөн май менән балды иретегеҙ. Һыуытып, төйөлгән сәтләүек, эремсек өҫтәп бутағыҙ. Эслекте ҡамыр өҫтөнә йәйегеҙ. 15-20 минут тотҡандан һуң, туҡылған йомортҡа һылап, эҫе духовкала 30-35 минут бешерегеҙ.

 

Фото "Йәшлек" гәзите архивынан

Автор:
Читайте нас