Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
9 Декабрь 2021, 17:00

Бауырҙан тәмле торт

Бындай торт мотлаҡ һәр табынды биҙәйәсәк.

Бауырҙан тәмле торт
Бауырҙан тәмле торт

Кәрәк: 500 грамм тирәһе бауыр, 2 баш һуған, 1 стакан ҡайнаған һөт, 3 йомортҡа, ҡыҙыл борос, тоҙ, 4-5 ҡалаҡ үҫемлек майы, ярты стакан он.
Бауыр менән һуғанды ит үткәргестән сығарабыҙ , ҡайнап һыуынған һөт ҡушабыҙ, йомортҡа, көнбағыш майы, тоҙ, борос, он һалып барыһын бергә яҡшылап бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан шыйыҡсаны йоҡа ғына итеп табаға йәйеп, ике яғынан да бешерәбеҙ.
Эслек әҙерләйбеҙ: 2 баш һуған, 2 кишер, ауыл ҡаймағы, соус, тоҙ, борос, базилик, петрушка кеүек тәмләткестәр һалабыҙ.
Эслектең барыһын бергә табала ҡыҙҙырабыҙ, торт йәймәләре араһына һылайбыҙ. Бешергән саҡта эҫе көйө һалынһа, эслеге һеңеп, тәмле һәм һутлы килеп сыға. Өҫтөн йәшел тәмләткестәр менән биҙәргә онотмағыҙ.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: