Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
19 Ноябрь 2021, 10:55

Тәмле печеньелар

Өйҙә тәмле, йомшаҡ, ауыҙҙа иреп торған печенье бешергегеҙ киләме? Был бик ябай.

Тәмле печеньелар
Тәмле печеньелар

Кәрәк: 3 йомортҡа, 200 г бүлмә температураһында йомшартылған аҡ май, 1ст шәкәр, ҡалаҡ осонда ғына уксус менән һүндерелгән сода, он.
Барыһын болғатып ҡамыр ҙерләйһең, ондоң күләмен үҙегеҙ самалағыҙ, ҡуйыраҡ итһәк ҡатыраҡ печеньелар, йомшағыраҡ итһәк, йомшағыраҡ печеньелар килеп сыға. Ҡамыр йәйеп төрлө формалар киҫеп сығығыҙ. Духовкала 180 градуста 15-20 минутта бешеп сыға. Рәхәтләнеп бешерегеҙ!

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: