Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
13 Ноябрь , 12:45

Күпереп торған ҡоймаҡтар

Бындай ҡоймаҡ һис шикһеҙ бөтәһенә лә хуш киләсәк))

Күпереп торған ҡоймаҡтар
Кәрәк була: 1 литр һөт (башта 750 мл ҡулланабыҙ, аҙаҡ 250 мл), 1 аш ҡалағы ҡоро ҡамыр күперткес (дрожжи), 1 сәй ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 0,5 ст ҡоро манный, 0,5 ст көнбағыш майы, 4 йомортҡа, 3,5 ст он.
750 мл һөттө йылытабыҙ, уға ҡамыр күперткес, шәкәр, тоҙ, манный, он ҡушып туғыйбыҙ. Уны йылы урынға 2-3 сәғәткә ҡабартырға ҡуябыҙ. Бынан һуң берешәрләп йомортҡа һалып ныҡ ҡына туғыйбыҙ, миксер менән дә мөмкин. Артабан көнбағыш майы һалабыҙ ҙа, тағы ла туғыйбыҙ. 250 мл ҡайнар һөттө өҫтөнә ағыҙабыҙ. Бутағас, ҡамыр ҡабарып сыҡҡансы 30 минутҡа ҡуйып торабыҙ.
Табала ике яҡлап бешерәбеҙ. Табаны беренсе ҡоймаҡты бешергәндә генә майлайбыҙ, артабан ул йәбешмәйәсәк.
 
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Автор: