Аш-һыу
10 Ноября 2021, 06:45

Эремсектән тәмлекәс

Был тәмлекәс өсөн эремсекте ваҡ иләк аша үткәрәбеҙ. Духовкала ла, парҙа ла бешерергә мөмкин. Эсенә емеш-еләк, сәтләүек һалһаң да була.

Эремсектән тәмлекәсЭремсектән тәмлекәс
Эремсектән тәмлекәс

Кәрәк: 500 грамм эремсек, 3 йомортҡа, 5 ҡалаҡ шәкәр, көнбағыш майы, 6 ҡалаҡ он.
Тәүҙә эремсекте һауытҡа һалабыҙ ҙа эре төйөндәр ҡалмаһын өсөн ваҡлайбыҙ. Һыулы ла, ныҡ ҡоро ла булырға тейеш түгел, юғиһә бешергәндә ярыла. Унда йомортҡа менән шәкәрҙе бергә ҡушып бутайбыҙ. Алты ҡалаҡ өйөп он һалабыҙ. Үҙегеҙ самалап күберәк тә ҡушырға була. Килеп сыҡҡан ҡамырҙан эремсектәр эшләйбеҙ.
Табаны утҡа ҡуйып, көнбағыш майы һалабыҙ ҙа, өҫтәре ҡыҙарғансы ике яғынан да икешәр минут тирәһе бешерәбеҙ. Шәкәр пудраһы һипһәгеҙ ҙә була.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас