Кәрәк: 1,5-2 ст он, 1-1,5 ст кефир, 1 йомортҡа, 2-3 аш ҡалағы шәкәр, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 сәй ҡалағы сода, көнбағыш майы.
Барыһын да бергә ҡушып ҡамыр әҙерләйбеҙ ҙә 20 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Артабан ҡамырҙы йәйәбеҙ һәм уны төрлө формаларға киҫәбеҙ. Аҙаҡ табаға көнбағыш майы һалып ике яҡлап бешереп алабыҙ. Йәймә ҡабарып, тәмле булып бешә.