Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
1 Ноябрь 2020, 18:10

"Сырлы йөрәк" салаты

Кәрәк була: 0,5 кг йөрәк (ҡош-ҡорттоҡо йомшағыраҡ була), 1 кишер, 1 һуған, 1 дана сыр (плавленый), самалап тоҙ, борос, майонез һәм йәшел тәмләткестәр.

Кәрәк була: 0,5 кг йөрәк (ҡош-ҡорттоҡо йомшағыраҡ була), 1 кишер, 1 һуған, 1 дана сыр (плавленый), самалап тоҙ, борос, майонез һәм йәшел тәмләткестәр.
Йөрәктәрҙе бешереп алабыҙ, оҙонсалай киҫкеләп сығабыҙ. Сыр һәм кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һуғанды ваҡ итеп киҫәбеҙ. Һуған һәм кишерҙе табала ҡыҙҙырып алабыҙ. Уны сыр һәм йөрәк менән бергә ҡушып бутайбыҙ. Майонез, тоҙ борос һәм йәшел тәмләткестәр һалып өҫтәлгә ултыртабыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: