Был рецепт өсөн 1 кг баклажан, 1 кг кәбеҫтә, 300 гр кишер, 10 теш һарымһаҡ, тәменә ҡарап әсе борос, 10 ҡара борсаҡлы борос, 1,5 аш ҡалағы тоҙ, 0,5 стакан (йә тәменә ҡарап) 9%-лы аш һеркәһе кәрәк.
Баклажандарыбыҙ һыуынғансы кәбеҫтәне ваҡлап турайбыҙ. Ҙур табаҡҡа һалғандан һуң, кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һыуынған баклажандарҙы 2 см тирәһе ҙурлыҡта шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа башҡа йәшелсәләр янына төшөрәбеҙ. Тоҙ менән аш һеркәһе ҡушабыҙ. Ентекләп болғатабыҙ ҙа тәмләп ҡарайбыҙ. Тоҙо ла, аш һеркәһе лә етерлек булырға тейеш. Унан банкаларға тултырабыҙ ҙа һалҡын урынға алып ҡуябыҙ. Бер аҙнанан был салат әҙер буласаҡ.