Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
30 Июль 2020, 19:48

Ҡабаҡ менән лимондан ҡайнатма

1 кг ҡабаҡҡа 1 кг шәкәр, ярты стакан һыу, 1 лимон кәрәк буласаҡ.

1 кг ҡабаҡҡа 1 кг шәкәр, ярты стакан һыу, 1 лимон кәрәк буласаҡ.
Башта шәкәр менән һыуҙан ҡуйы шәрбәт яһап алабыҙ. Уға ваҡ итеп туралған ҡабаҡты төшөрәбеҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң ярты сәғәт бешерәбеҙ. Бер лимонды ит турағыс аша үткәрәбеҙ һәм ҡабаҡҡа ҡушабыҙ. 15 минут ҡайнатҡандан һуң утты һүндерәбеҙ. Ҡайнатманы һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.
Һәләк тәмле килеп сыға!
Фото: интернет
Читайте нас: