Торатау
+3 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
VK
OK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
14 Июнь 2018, 02:00
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Алда ҙур байрам тора.
Алда ҙур байрам тора. Ураҙа байрамында тәмле итеп ҡамыр аштарын бешереп, дуҫ- туғандарығыҙҙы сәйгә саҡырырға, тәмлекәстәр менән һыйларға теләһәгеҙ, Фәүзиә Бикбулатованың ҡоймаҡ, бәлеш бешереү рецептары ҡул осонда булһын.
Селтәрле ҡоймаҡ»
Ҡоймаҡ бешереү өсөн:
2,5 ҡуйылығында 3 стакан һөт, 10 г ҡоро сүпрә, 2 йомортҡа, 500г юғары сортлы он, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы әҙерләргә кәрәк.
Тәүҙә һөттө йылытабыҙ, ҡоро сүпрәне һалабыҙ ҙа 2,5 сәғәткә әсетергә ҡуябыҙ. Ҡоймаҡты бешерер алдынан ғына көнбағыш майы менән йомортҡаны һалабыҙ. Табаға һалған ваҡытта күҙәнәкләнеп
бешһә, ҡоймаҡ уңыр.
«Ҙур бәлеш»
Бәлеште бешерер өсөн:
600 г он, 250 мл кефир, 100 мл көнбағыш майы, 1 йомортҡа, 1,5 сәй ҡалағы тоҙ, 100 г аҡ май кәрәк.
Бәлештең эслегенә һалыр өсөн картуф, ит, һуған турайбыҙ. Ҙур табаға һалып, 180 градус эҫелектә духовкаға тығабыҙ. 10-15 минут бешкәс, уртаһына һурпа ҡоябыҙ. 40 минуттан һуң бәлеш әҙер булыр. Уны табынға эҫе килеш бирергә кәрәк.
Фото:
pixabay.com
Читайте нас: