Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
27 Июнь 2025, 19:50

Батырҙар рухы онотолмай

Яҡташтарҙың “Атайсал – кесе Ватан” проекты сиктәрендә үҙ ауылына, ҡалаһына, районына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүе матур, көслө йолаға әйләнде.

14 июндә Кәбәс ауылында Бөйөк
Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға
һәм махсус хәрби операцияла һәләк
булғандарға бағышланған стела асылды. Монумент ауылдаштар көсө менән
төҙөлдө.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, төрлө
яҡҡа таралашыуҙарына ҡарамаҫтан,
кәбәстәрҙең тамыры ныҡ. Мәҫәлән,
Көҙән ауылына сығып ултырған
Исмәғил Мырҙабаевтың балалары бында йыш ҡайтып йөрөй. Беҙ уның улы Риф
Мырҙабаев менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.

- Мин бала саҡта Ғүмәр ауылы
мәктәбендә уҡығанда Бөйөк Ватан
һуғышында ҡатнашыусыларға монумент асылғайны. Беҙ, пионерҙар,
уның эргәһендә тороп “честь” бирә
торғайныҡ. Тол ҡалған инәйҙәр беҙҙе
ҡосаҡлап илайҙар ине, - тип иҫкә ала
Риф Исмәғил улы. – Шул саҡта башыма,
ошондай уҡ монумент эшләп ҡуйырға
ине, тигән уй килде. Үҫтем, онотолдо, үҙгәртеп ҡороуҙар башланды...
Һәм бына, ниһайәт, бала саҡ хыялым
тормошҡа ашты.

Риф Мырҙабаев атаһы яғынан ике
туған Рәйес ағаһының йыллығында
стела асыу тураһында һүҙ ҡуҙғата,
быны Хәбибрахман Варис улы Хәсәнов
та хуплай һәм ауылдаштар чатында
бағыусылыҡ тураһында яҙып сығаралар.
Кәбәс ауылынан киткән яугирҙар
тураһында мәғлүмәтте Риф ағай
архивтарҙан эҙләй. Шулай уҡ
Хәбибрахман Хәсәнов һәм Ришат Хисамов иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.

- Шулай итеп, ауылдаштар был изге
эшкә ихлас ҡушылды, аҡса ла йыя башланылар. Ситтәгеләрҙең дә аҡсалата
ярҙамы ҙур булды. Йыйылған аҡсаға
машинам менән Кәбәскә төҙөлөш материалдары алып ҡайттым. Стеланы үҙ
ҡулдарыбыҙ менән эшләп ҡуйҙыҡ. Ошо
эштә ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарыма оло рәхмәтемде еткерәм, - тине Риф
Исмәғил улы.

Монументта ике кешенең исемфамилияһы күҙгә ташлана. Улар – махсус хәрби операцияла һәләк булған Фидан Фәтҡулла улы Мырҙабаев һәм Рим
Ҡасим улы Бикбаев.

- Махсус хәрби операцияла
геройҙарса һәләк булған ике туған
ағайым Фидан Мырҙабаевтың да исеме
иҫкә алыныуы күңелде йыуата. Ул алғы
һыҙыҡтан отпускыға ҡайтҡан һайын
туғандар йыйылышты, Ҡөрьән уҡытты,
- тип уртаҡлашты Тимур Мырҙабаев. –
Олатайыбыҙ Абдулла ошонда ерләнгән,
беҙ бында йыл һайын ҡайтып йөрөйбөҙ.
Был – беҙҙең ата-бабаларыбыҙ төйәге.
Стеланы асыу көнөндә ауылдаштар Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған
яугирҙарҙың рухына бағышлап ҡорбан
салды һәм табын ойошторҙо.

Автор: Айһылыу Вахитова
Читайте нас