Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
17 Май 2025, 13:00

Изге эш дауам итә

Ошо көндәрҙә Ғүмәр ауылы халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡуйылған һәйкәлде ремонтлауҙа әүҙем ҡатнашты. Монумент Ҡайнау һәм Аръяҡ урамдарын бүлеп торған сатраның түбәһендә урынлашҡан.

Изге эш дауам итә
Изге эш дауам итә

Һәйкәлдең тарихына килгәндә, ауылдашыбыҙ, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Ниғмәтуллин тураһында ла иҫкә алырға кәрәк. Клуб алдында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бағышланған обелиск булыуға ҡарамаҫтан, ул халыҡтан аҡса йыйып, сатра башында һәйкәл эшләттерә. Олоһо ла, кесеһе лә мәж килеп, сауаплы эшкә тотона. Ә сатра тирәләй аҡҡан шишмәләр буйында өйәңке ағастары ултыртыла. Әле уларҙы танырлыҡ түгел, йәйрәп үҫеп ултыралар.

- Халыҡ йыйылышында ошо һәйкәлде ремонтлау мәсьәләһен күтәреп, сығыш яһағайным. Ауылдаштар был тәҡдимгә ихлас ҡушылды, үҙ көсөбөҙ менән эшләйек, тинеләр. Ысынлап та һәйкәлдең штукатуркаһы ҡубып төшкәйне, уны уратып алған кәртә емерелеп бөткәйне, - ти Ғүмәр ауылының әүҙемсеһе Гөләйфә Ишматова. – Бригада тупларға тотондом, ҡайһы бер ауылдаштар үҙҙәре миңә инициатива менән сыҡты, ярҙам тәҡдим итте.

Шулай итеп, был эште “Атайсал – кесе Ватан” проекты сиктәрендә башҡарырға мөмкинлек тыуа. Был эште башҡарыу өсөн халыҡ аҡса менән ярҙам итә, ситтәге яҡташтар ҙа финанс мәсьәләһен хәл итеүҙә ихлас ҡатнаша.

Ғүмәрҙәр материал һатып алып 9 Май байрамына тиклем көн һайын ремонт эштәре менән була. Һәйкәлде штукатурлағас, уны “Короед” менән эшкәртеп сығалар. Хәҙер кәртәләрен эшләйһе генә ҡала.

- Был эштә әүҙемлек күрһәткән барлыҡ ауылдаштарыма оло рәхмәтемде еткерәм. Беҙ ҙур эш башҡарып сыҡтыҡ, Еңеү көнөнә тиклем өлгөрҙөк, барыһы ла ҡәнәғәт, - тине Гөләйфә Ишмырҙа ҡыҙы.


Рәзилә ИШМАТОВА фотоһы.

Изге эш дауам итә
Изге эш дауам итә
Автор: Айһылыу Вахитова
Читайте нас