Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
12 Май 2025, 16:00

Ауыл хәбәрҙәре

9 май көндө Иҫәкәй ауылы халҡы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған "Йәшел Башҡортостан" экологик акцияһына ҡушылды.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Акцияның маҡсаты - экологик проблемаларға иғтибарҙы йәлеп итеү, ауыл биләмәһен йәшелләндереү. Берҙәм тырышлыҡ менән ауылдаштар бөтәһе 300 ағас үҫентеһе ултыртты: 180 - ҡарағай, 120 - ҡарағас.

- Ағас ултыртыу – ерҙә үҙ эҙеңде ҡалдырыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Ағастар тамыр йәйеп, таҙа һауа һәм матурлыҡ менән ҡыуандырып ултырһын! - тип теләй иҫәкәйҙәр.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор: Мәҙинә АЛТЫНБАЕВА.
Читайте нас