Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
10 Май 2025, 18:00

Ауыл хәбәрҙәре

Этҡол ауылында ла Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар тантаналы рәүештә уҙҙы. "Үлемһеҙ полк" сафына атай-олатайҙарҙың портреттарын тотоп ауылдаштар сыҡты, Бөйөк Еңеүҙе яулаусыларға дан йырлап, оло хөрмәт күрһәтте.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Артабан тантаналы митингта сығыш яһаусылар Еңеүҙең ниндәй юғалтыуҙар аша яуланыуын, бөгөн барған махсус операцияның илебеҙ яҙмышы өсөн мөһимлеге тураһында һөйләне.

Митингта ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы, афган һәм махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙы иҫкә алып бер минутҡа тын ҡалды һәм стелаға сәскәләр һалды.

Байрам сараһы Этҡол мәҙәниәт йортонда үҙешмәкәр артистар тарафынан әҙерләнгән театрлаштырылған тамаша һәм байрам сәйе менән тамамланды.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор: Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.
Читайте нас