Һеҙҙе ихлас күңелдән Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ!
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 80 йыл үтеп китте. Әммә тоғролоҡ, сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, ҡаты алыштарҙа беҙҙең Ватаныбыҙҙың иреклеген һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған, көстәрен һәм һаулыҡтарын йәлләмәй тылда Еңеү өсөн тырышҡан яҡташтарыбыҙ тураһында иҫтәлек халыҡ хәтерендә мәңге йәшәйәсәк.
Беҙҙең ил бөтә һынауҙарҙы үтеп сығып, тарихтағы иң ҡаты һәм ҡан ҡойошло һуғышта еңеү яуланы. Бөйөк Еңеү беҙгә еңел бирелмәне - миллионлаған яҡташтарыбыҙ ҡорбан булды, бик ҙур матди юғалтыуҙар кисерҙек. Ишембайҙан һәм әлеге мәлдә Ишембай районына ҡараған ауылдарҙан яҡынса 10 мең һалдат мәңгелеккә яу яландарында ятып ҡалды.
Әле иҫән булған һәм дә вафат булып ҡалған фронтовиктар, тыл хеҙмәтсәндәре алдында баш эйәбеҙ. Улар булмаһа бөгөн Рәсәй ҙә булмаҫ ине. Улар тураһындағы хәтер беҙҙең һәм киләсәк быуын йөрәктәрендә мәңге йәшәһен. Ҡәҙерле ветерандар, һаулыҡ, яҡындарығыҙҙың һөйөүен теләйбеҙ һеҙгә! Оҙаҡ һәм бәхетле йәшәгеҙ!
Байрам менән, ишембайҙар! Еңеү көнө менән!
Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.