Башланғыс кластар уҡытыусыһы Дамира Шайхрахман ҡыҙы Таһирова сценарийҙы бик уйлап, ентекле итеп яҙған. Коллективында эшләгән һәр коллегаһының ижади мөмкинселеген оҫта файҙаланған. Сығыш яһаусы артист-уҡытыусыларҙан башҡа сәхнә артында тороусы музыка, тауыш операторҙарының алдан билдәләнеп ҡуйылыуы, үҙ
эштәрен белеүе — концерттың бер уңышы булды. Артҡы пландағы экран өсөн генә лә күпме эҙләнеүҙәр, күпме ваҡыт сарыф ителгән!
Арып эштән ҡайтҡандан һуң үткән репетициялар, костюмдар әҙерләү – һанап бөтмәҫлек эштәр. Түгелгән көс үҙен күрһәтте: халыҡ ҙур эстәлекле, заманса биҙәлгән концерт ҡараны. Зал шығырым тулы булды. Берсә ул сәхнәне алҡыштарға күмде, берсә тынып ҡалды. Берәүҙәр эстән һыҡтаны, икенселәр йәшермәйсә күҙ йәштәрен түкте. Гүзәлиә Ҡотошованың Таңсулпан Ғарипова әҫәре буйынса үҙе төҙөгән драматик постановкаһын тыныс ҡарау мөмкин түгел ине. Урал Таһировтың «Йөрәк һүҙе» быуаттарҙың төпкөлөнән, ҡаяларға бәрелеп, кире ҡайтты. Уның һәр кешенең йөрәгенә үтеп инерлек итеп уҡыған монолог-шиғырын халыҡ тын да алмай тыңланы. Юҡҡа ғынамы ни Урал Таһиров «Йөрәк һүҙе» республика шиғыр бәйгеһендә «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеүсе булған! Ысын мәғәнәһендә талант! Һоҡланғыс!
Алтынсы класс уҡыусыһы Рамазан Баймөхәмәтов башҡарыуындағы «Башҡортмон» йыры залдағы тамашасыларҙың күңелендә ғорурлыҡ уятты. Фәүзиә Ҡотлогилдинаның йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәр, «Әсә менән ул һөйләшеүе» диалогы Ләйлә Ғиләжева менән Урал Таһиров башҡарыуында тамашасыны хәрби операциялар барған бөгөнгө көндәргә алып ҡайтты. Күҙ йәштәрен тыйыу мөмкин түгел ине.
Әрнегән күңелдәргә «Бишбармаҡ» кейтерингы хужабикәһе Зөлфиә Мөнир ҡыҙы Таһированың байрам күстәнәсе май булып яғылды. Ул саҡырған ҡунаҡтарҙың, Башҡортостандың халыҡ артисы Раил Лоҡманов менән ҡыҙы Әҙиләнең һәм Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһе еңеүсеһе Динар Абдуллиндың сығыштарын халыҡ һөйөнөп ҡараны.
Моң ярата Әхмәр халҡы, йырлай ҙа, тыңлай ҙа белә. Гөлфиназ Рәхимова, Рәзилә Хәйруллина, Салауат Ҡотошов, Гөлнара Хәйбуллина, Гөлнара Ғәйетҡолова башҡарыуындағы йырҙарҙы тамашасы яратып ҡабул итте. Шулай уҡ, уҡытыусылар коллективының ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле лә бик уңышлы сығыш яһаны.
Әлбиттә, концерттың уңышы алып барыусыларға бәйләнгән. Был йәһәттән йәш таланттар Гөлфиназ Рәхимова менән Урал Таһиров үҙҙәрен филармония артистарынан кәм күрһәтмәне. Программаның төп фекерен халыҡҡа оҫта еткерҙеләр, үҙҙәренең йәшлек дәрте менән сәхнәне биҙәнеләр.
Тамашасыны яулар өсөн, уның күңеле нимә талап иткәнен аңларға кәрәк. Уҡытыусы йөрәге һиҙә: халыҡҡа еңеү рухын бирергә кәрәк. Тамашанан ҡәнәғәт булып халыҡ өйҙәренә таралды. Хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың әсәләре, ҡатындары ҡулдарында тере сәскәләр ине.
Фото Әхмәр мәктәбе архивынан.