

Унда МХО, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, яугирҙарҙың әсәләре, предприятие хеҙмәткәрҙәре саҡырылды.
Сараны тантаналы рәүештә «Идель Нефтемаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Айрат Фазлыев асып ебәрҙе.
- Мин 2002 йылда мобилизацияландым. Уға тиклем Салауат комбинатында эшләп йөрөнөм. МХО-ла Красно-Лиманск йүнәлешендә хеҙмәт иттем. Ҡаты яраланғандан һуң, 2005 йылда хеҙмәттән бушатылдым, - тине яҡташыбыҙ Руслан Исхаков. – Тантаналы митинг бик оҡшаны, етәкселеккә, ижади коллективтарға оло рәхмәтемде еткерәм.
Бында «Тихий» ҡушаматлы яугирҙың әсәһе менән дә танышырға тура килде.
- Улым мобилизацияға тиклем «Идель Нефтемаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә фрезерлаусы булып эшләне. Әле Донецк Халыҡ Республикаһында хеҙмәт итә. Яңыраҡ ҡына отпускыға ҡайтып киткәйне, - тип уртаҡлашты уның әсәһе Римма апай. – Барыһын да Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотлайым, сабырлыҡ, һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйем.
Сара һалдат бутҡаһы ашау һәм эҫе сәй эсеү менән тамамланды.
Автор фотолары.