Еңеүгә - 80 йыл
7 Май 2025, 10:55

Батырҙарыбыҙ мәңге хәтерҙә

Этҡол моделле ауыл китапханаһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Хәтер мәңге йәшәй беҙҙең күңелдәрҙә” тип аталған кисә уҙҙы. Тарих – ул халыҡ яҙмыштары төйөнө, заманалар һағышы. Яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ, аң менән наҙанлыҡ, яҡшы менән яман көрәше.

Бөйөк Ватан һуғышы - оло тарихи
ваҡиға. Тарихлы халыҡ - бәхетле халыҡ.
Ул тарихи үткәнен һаҡлаусы, ирек, бәхет
өсөн көрәшеүсе улдарын ололауы, онотмауы менән бәхетле.
Кисәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы
ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан
ветерандарыбыҙҙың, яу яланында һәләк булған яугирҙарҙың, бала сағы әсе
һуғыш йылдарына тап килгән һуғыш
балаларының балалары, ейәндәре,
бүләсәләре ҡатнашты.

Хәтер иҫләй, хәтер һис онотмай
Дауам итә йылдар барлауын.
Бар Ер шары белә Еңеү өсөн,
Уҙған юлдар еңел булмауын,
- тип һәр ҡатнашыусы атаһы,
олатаһы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тураһында иҫтәлектәре менән
бүлеште. Һәр хәтирә яу юлы, фронтта күргән ауырлыҡтар, яу яланында
күрһәткән батырлыҡтар тураһында күҙ
йәштәре аша һөйләнде.

Ауыр һуғыш һалдаттарҙың ғына
түгел, ә әсәләрҙең дә, ҡатындары һәм
балаларының да яҙмышын селпәрәмә
килтергән. Уларға ла был дәһшәтлҽ
йылдар шаһиты булырға тура килгән.
Ваҡыт аяуһыҙ, беҙҙең арабыҙҙа Бөйөк
Ватан һуғышы ветерандары ҡалманы,
тыл ветерандары ла, бала саҡтары
аяуһыҙ һуғыш йылдарына тура килгән,
һуғыш осоро балалары ла һынаулы ғына
ҡалып бара. Улар иҫән саҡта хәтирәләрен
яҙып алып ҡалыу маҡсатында “Һуғыш
емергән бала саҡ” тип аталған китап-альбом булдырылды. Беҙ улар иҫән саҡта
уларҙың хәтирәләрен яҙып алып ҡалып,
барлыҡ ҡәҙер-хөрмәтте күрһәтергә
бурыслыбыҙ.

Был сарала ауылдашыбыҙ, “Башҡорт”
ҡушаматлы махсус хәрби операция яугиры ла ҡатнашты. Әлеге ваҡытта ул
яраланып, госпиталдә дауаланғандан
һуң, ялға ҡайтҡан. Яҡташыбыҙ махсус
хәрби операцияға барыуына афған
һуғышында ҡатнашҡан ағаһы өлгө булып тороуын билдәләп уҙҙы.
Хәтер кисәһе матур йыр һәм
шиғырҙар, Бөйөк Ватан һуғышында
ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ, һуғыш
балалары тураһындағы видеолар
менән үрелеп барҙы.

Беҙ - һуғыш ялҡынынан яҙмыштары
көйгәндәрҙең ейәндәре һәм бүләләре
был афәтле йылдар тураһында
оноторға тейеш түгел! Беҙҙең Бөйөк
Еңеү хаҡындағы иҫтәлек быуаттанбыуатҡа нығынһын, бар доньялағы
тыныслыҡ һөйөүсе кешеләрҙе
берләштерһен. Тыуған ерҙәре өсөн
баштарын һалған батырҙарҙы,
ауыр йән һәм тән йәрәхәттәре
алып ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙҙы
оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Улар
беҙҙең менән, беҙҙең арала.

Автор:Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.
Читайте нас