Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов һөйләне: “Ветераныбыҙ Нуретдин Кашафетдин улы Хисаметдинов ошо көндәрҙә үҙенең 105-се тыуған көнөн билдәләне. Бөгөн беҙ уны ҡотларға һәм һуғыш йылдарында күрһәткән батырлығы һәм сыҙамлығы өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт әйтергә килдек. Ул беҙҙе йылы ҡаршы алды”.
Нуретдин Кашафетдин улы 1940 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм шунда уҡ фронтҡа китә, 1949 йылда ғына өйөнә ҡайта. Саңғы батальонында, элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, санитар ҙа була. Мәскәүҙе һаҡлай, Курск һуғышында, Берлинды штурмлауҙа ҡатнаша, Эльбала союздаштар менән осраша. Өс тапҡыр яралана. Юғары баш командующий Иосиф Сталиндың 18 маҡтауына лайыҡ була, Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Кавказды обороналаған өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Варшаваны алған өсөн» миҙалдары һәм башҡа хәрби наградалар менән бүләкләнә.
Йөҙйәшәр ветеранды олпат ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ! Уға һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!