Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
17 Февраль 2023, 10:30

“Атайсал” проекты берҙәмлеккә саҡыра

Ошо көндәрҙә Аҙнай ауылында “Атайсал” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә клуб ҡыйығы ремонтланды. Берҙәм эште ауыл старостаһы Ғәлинур Усманов ир-егеттәрҙе йыйып ойошторған.

“Атайсал” проекты берҙәмлеккә саҡыра
“Атайсал” проекты берҙәмлеккә саҡыра

- Кесе Ватанға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән “Атайсал” проекты Аҙнай ауылында даими эшләп килә. Ысынлап та, олоғая килә һәр  кем тыуған яғына тартыла, ҡулынан килгән
тиклем аҡсалата ярҙам күрһәтеп, өмәләрҙә ихлас ҡатнаша. Ике йыл рәттән урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса Бәпкә урамына асфальт түшәүҙә ҡатнаштыҡ, кәрәкле техника һатып алдыҡ. Генератор, перфоратор, бесән саба торған триммерҙарҙы Аҙнай һәм Хажы ауылдары халҡы бер булып һатып алһа, ауылда янғын
хәүефһеҙлеген ҡайғыртып бер цистерна, помпа һәм шлангтарҙы аҙнайҙар үҙҙәре алды, - тип уртаҡлашты клуб мөдире Рәйфә Иманғолова.

Уҙған йәй ауылдаштар күмәкләп сабынлыҡтарын электр көтөүсе менән уратып алыу өсөн аҡса йыйған. Хәстәрлекле староста тотонолған аҡсаны иҫәпләп, артып ҡалған сумманы быйыл клуб ҡыйығын ремонтлауға йүнәлткән. Әйткәндәй, көслө буранда аҡтарылған бер буй профнастил иләккә әйләнеп ҡарямғыр үтәнән яуып торған.

“Атайсал” проекты ошондай хәстәрлекле һәм эште дөрөҫ ойоштора белгән ауылдаштар булғанда һәр саҡ эшләр, тигән фекерҙә аҙнайҙар.


Рәйфә ИМАНҒОЛОВА фотоһы.

“Атайсал” проекты берҙәмлеккә саҡыра
“Атайсал” проекты берҙәмлеккә саҡыра
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: