Ауыл мәҙәниәт йортонда һалдаттар өсөн ныҡ кәрәкле "ҡоро душ" эшләнгән. Был эшкә ауыл биләмәһенең йәш ирекмәндәре саҡырылған.
"Ҡоро душ" оҙаҡ ваҡыт хәрби задание үтәгән, һыу һәм йыуғыс менән йыуынырға мөмкинлеге булмаған һалдаттар өсөн тәғәйенләнә.
Был эште башлап ебәргәндә Маҡар ауыл Советы ауылдары буйынса хәйерлек таҫтамалдар йыйыу иғлан ителгән. Халыҡ ихлас күңелдән был акцияға ҡушылған, айырыуса оло йәштәге әбей-бабайҙар ҙур теләк менән төйөнсөк - төйөнсөк таҫтамалдарын килтергән.
Душ комплекты өсөн ҡалған әйберҙәр иһә Маҡар ауыл Советы халҡы һалдаттарыбыҙҙың еңеүе өсөн тапшырған аҡса иҫәбенән һатып алынған.
- Тәү тапҡыр "ҡоро душ" эшләп ҡарау кеүек яуаплы аҙымды йәш быуынға тапшырырға булдыҡ һәм һис тә отолманыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ҡарамағындағы үҫмер балалар һәм йәштәрҙең ирекмәнлек клубы был эшкә үтә етди тотондо һәм тиҙ генә өйрәнеп, дәррәү башҡарып сыҡты. Беҙ быны хатта көтмәгән инек, - тип ихлас уртаҡлашты совет рәйесе Лилиә Һиҙиәтова. - Йәштәр үҙҙәренә оло ышаныс йөкмәтелгәнен аңлай. Тәүге осрашыуҙа уҡ йәш ирекмәндәр үҙҙәренең социаль яҡтан әһәмиәтле саралар ойоштора алырҙай көслө йәмғиәт хәрәкәте итеп күрһәтте.
Лилиә Әүхәҙей ҡыҙы, мөрәжәғәт итеүсе район ирекмәндәре булһа, урынға барып "ҡоро душ"тың технологияһы буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрергә әҙерлеген белдерҙе.
Маҡар ауылы биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы "ҡоро душ"ты йөҙәрләп кенә түгел, меңәрләп оҙатырға маҡсат ҡуйған. Улар әүҙем тормош позицияһы яҡлы, һуңғы өс йылдағы ваҡиғаларға битараф булмаған рухлы ауылдаштар йөрәк ҡушыуы буйынса ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә.
Лилиә ҺИҘИӘТОВА фотоһы һәм видеоһы.