Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
2 Июнь , 15:00

Үҙ-үҙеңде һаҡларға өйрәттеләр

28 майҙа Үрге Этҡол модель китапханаһында терроризмды һәм экстремизмды профилактикалау маҡсатында «Иҫкәртелгән, тимәк ҡоралланған» тип исемләнгән интерактив әңгәмә үтте.

Үҙ-үҙеңде һаҡларға өйрәттеләр
Үҙ-үҙеңде һаҡларға өйрәттеләр

Сара барышында китапханасы балаларға терроризмдың нимә икәне тураһында һөйләне, террористик ойошмаларға нисек эләкмәҫкә икәнлеген аңлатты. Шулай уҡ төрлө киҫкен хәлдәр ҡаралды, анализланды.

Әңгәмә аҙағында балалар «Терроризм. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре» тәгән видеоролик ҡарап үтте. Артабан улар алған белемдәрен мультимедия интерактив комплексында нығытты.

 

Фото: https://vk.com/id353426037

Үҙ-үҙеңде һаҡларға өйрәттеләр
Үҙ-үҙеңде һаҡларға өйрәттеләр
Үҙ-үҙеңде һаҡларға өйрәттеләр
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: