Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
5 Ноябрь 2022, 17:00

Йоҡлар алдынан ашаһағыҙ...

Яман шеште иҫкәртә, ирлек ҡеүәтен арттыра, ҡан баҫымын яйға һала... Халыҡ араһында һыналған дауа - яҙмала.

Йоҡлар алдынан ашаһағыҙ...
Йоҡлар алдынан ашаһағыҙ...

Был емештәрҙә туҡымаларҙы тергеҙә, уларҙы һығылмалы, көслө итә торған матдәләр бар. Уларҙы спортсыларҙың көсөргәнешле ярыштарҙан һуң аяҡҡа баҫыу, умыртҡа һөйәген нығытыу өсөн ҡулланғаны ла билдәле.

Кипкән ҡара слива, күрәгә, инжир. Уларҙы бергә ҡулланыу организм өсөн үтә шифалы.

Күрәгә йәки өрөк - файҙалы матдәләр сығанағы. Калийҙың йөрәк мускулдарына ыңғай йоғонто яһауы күптән иҫбәтланған, ә ул өрөктә бик күп. Яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн яҡшы емеш. Уның составында тағы фосфор, тимер, кальций, каротин, В5 витамины бар.

Инжир ракты иҫкәртә, боғаҙ биҙенең эшмәкәрлеген яйға һала. Кипкән инжир эсәктәге паразиттарҙан да арындыра. Бронхитты дауалау өсөн дә ҡулланыла.

Кипкән ҡара сливаның ашҡаҙан-эсәк юлына ыңғай йоғонто яһағанын һәр кем белә. Эс ҡаталағанда уның төнәтмәһе мәсьәләне ыңғай хәл итә. Кемдең ҡан баҫымы юғары - уларға ла файҙалы. Бынан тыш, бөйөр, бауыр сирҙәре булғанда, ревматизм, атеросклероздан яфаланғандарға килешә. А витамины күп булғанлыҡтан, күреү һәләтен яҡшырта.

Ошо өс емеште ай ярым буйы йоҡлар алдынан ашағанда, дөйөм хәлдең яҡшырыуы, арҡа һөйәгенең нығыныуы, ирлек ҡеүәтенең артыуы күҙәтелер - был һыналған халыҡ ысулы.

 

 

Фото: snus-outlet.ru

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: