Ишембай - Еңеү өсөн
14 Июня 2025, 08:00

Был машиналар – тарихтың бер өлөшө

Петровск ауылынан Васильевка, Әрметрәхим ауылдарына табан сыҡҡан урында постаментта 1936 йылғы легендар “Фордзон” тракторы тора. Ошо маршрут буйынса үтеүселәр туҡталып, уның эргәһендә йыш ҡына фотоға төшә.

Был машиналар – тарихтың бер өлөшөБыл машиналар – тарихтың бер өлөшө
Был машиналар – тарихтың бер өлөшө

Ә бына Петровск урамдары буйлап йөрөгәндә ошо ауылда Совет осоро техникаһы коллекцияһын бар тип бер ҙә уйламаҫһың. Әлбиттә, урындағы халыҡ һәм күрше
ауылдарҙа йәшәүселәр был хаҡта хәбәрҙар, сөнки техника йыл һайын Еңеү парадында ҡатнаша. “Лейтер Г.Г.” КФХ-һы етәксеһе Геннадий Лейтер фермер ғына түгел, ә энтузиаст-коллекционер ҙа – ул Совет осоро техникаһын туплай. Был – һирәк осраған хәрби һәм еңел автомобилдәр, мотоциклдар. Ошонан тыш, хужалыҡтың гаражында элекке тракторҙар ҙа бар, уларҙың ҡайһылары һуғышҡа тиклемге осорға ҡарай. Боронғо һабандар ҙа һаҡланған, хатта берәүһе 1901 йылда етештерелгән.

Һирәк осраған боронғо әйберҙәр менән ҡыҙыҡһыныуын Геннадий Григорьевич үҙе лә ныҡлы аңлата алмай.

- Барыһы ла 10 йыл элек Өфөлә хәрби разведкалау машинаһын һатып алыуҙан башланды. Ул һаман да эшләй һәм Еңеү парадында почетлы урынды биләй, - тип уртаҡлашты коллекционер. – Бөгөн хужалыҡта 13 берәмек техника. Уларҙың барыһын да үҙебеҙ реставрацияларға, буярға тырышабыҙ.

Хужалыҡтың гаражында легендар “Волга”, “Москвич” автомобилдәрен, 70-сы йылдарҙа хоҡуҡ һағы вәкилдәре йөрөгән мотоциклдарҙы, “Катюша” һәм “Полуторка” хәрби техникаһын күрергә була. Фермерҙың ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында ишетеп белеүселәр, әлбиттә, уға техника тәҡдим итә башлаған. Ләкин бөгөн Геннадий Григорьевич коллекцияһын легендар Д-34 танкыһы менән тулыландырырға теләй.

- Дөйөм алғанда, беҙҙең хужалыҡта һирәк осрай торған боронғо әйберҙәр күп йыйылған. Ярашлы бина табып, музей ойошторорға теләйбеҙ. Техниканы ла шунда ҡуйыр инек, - тип иренең эшен ҡеүәтләне Елена Лейтер. – Уның был шөғөлө ҙур әһәмиәткә эйә. Бигерәк тә оло быуын вәкилдәре өсөн кәрәкле. Быйылғы парадта хәрби техника Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йорто алдынан үтте, ошо саҡта Геннадий Григорьевичтың күҙҙәренә йәш тулды...

- Йыл һайын 9 Майҙа Ленин урамында – тәүҙә техника, уның артынан “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашҡан төрлө ойошмалар, предприятиелар, белем биреү учреждениелары, янғын һүндереү часы вәкилдәре үтә. Улар урам буйлап үтеп, Петровск ауылының мәҙәниәт йорто майҙанында туҡталып теҙелеп тора. Быйыл Еңеү парадында бер меңгә яҡын кеше ҡатнашты, - тип белдерҙе мәҙәниәт йорто етәксеһе Снежана Мурсаикова. – Геннадий Григорьевичтың хәрби техникаһына кеселәр ҙә, ололар ҙа ҡыҙығып ҡарай. Шуны күрер өсөн генә хатта парадҡа күрше ауылдарҙан, ҡалаларҙан килеп етәләр. Уға ошондай сағыу парад һәм беҙҙең ауылға, күрше-тирә яҡҡа бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткәне өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.


Елена ЛЕЙТЕР фотолары.

Был машиналар – тарихтың бер өлөшө
Был машиналар – тарихтың бер өлөшө
Был машиналар – тарихтың бер өлөшө
Был машиналар – тарихтың бер өлөшө
Был машиналар – тарихтың бер өлөшө
Был машиналар – тарихтың бер өлөшө
Был машиналар – тарихтың бер өлөшө
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас