Еңеү көнөн тыуған яғында ҡаршыланы

Яҡташыбыҙ Линар Илшат улы Хәмитов махсус хәрби операциянан отпускыға 9 Май алдынан ғына ҡайтып төшә. Ул 2022 йылдың 27 сентябрендә мобилизацияланған була. Яугирҙың тыуған яҡтарына әлеге ҡайтыуы өсөнсө тапҡыр.

Еңеү көнөн тыуған яғында ҡаршыланыЕңеү көнөн тыуған яғында ҡаршыланы
Еңеү көнөн тыуған яғында ҡаршыланы

Линар 1992 йылда Ишембай ҡалаһында донъяға килә. Ҡалабыҙҙың 8-се мәктәбен тамамлай. Артабан Өфөлә Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһында уҡый. Квалификацияһы – юрист, профиле – енәйәт-хоҡуҡ.

- Мобилизация алдынан ғына полицияға эшкә урынлашырға йөрөй инем, документтарҙы әҙерләп өлгөрмәнем. Ҡулға повестка алғас та хәрби комиссариатҡа киттем. Бер нисә көндән Пензала хәрби күнекмәләр үтеп йөрөй инем инде. Беҙ тәүҙә үк мәрхүм булған Тәлғәт, Фидан, Артур һәм башҡалар менән бергә булдыҡ, - тип иҫкә алып үтте Линар.

Яҡташыбыҙ саперҙар ротаһында 29603-сө часта хеҙмәт итә. Әлеге мәлдә Курск өлкәһе, Суджа районы йүнәлешендә алыша. Уның бурысы – тирәяҡты миналарҙан таҙартыу.

- Унда миналар күп, бәрәңге баҡсаһындағы кеүек туп-тулы. Шуларға балалар, ололар баҫып шартлай. Ә иң ҡурҡынысы – кассеталы боеприпастар, уларҙан
ҡасып ҡотолоп булмай тиерлек. Әлеге мәлдә Суджа районына саперҙарҙы күпләп индерә башланылар, - тине яугир. – Әйткәндәй, гуманитар ярҙам яҡшы ойошторолған, ләкин беҙгә тап техника кәрәк. Беҙ үҙебеҙ бер нисә квадроцикл һатып алғайныҡ. Техника оҙаҡҡа етмәй, ул даими рәүештә шартлап тора. Линар һөйләүенсә, дрондар газ, фосфор һәм башҡа төрлө химик матдәләр ҙә һиптертеп китә.

- Алғы һыҙатта һәр кем үҙенә йәшенергә соҡор ҡаҙа. Ул яугирҙар жаргонында «блинчик», «төлкө өңө» кеүегерәк һүҙҙәр менән атала. Бер саҡ егеттәр менән шул соҡорҙарҙа ултыра инек, дрон килеп төштө, шунан ниндәйҙер еҫ сыҡты, күҙҙәр әсетә башланы, быуылып сәсәп бөттөк. «Блинчик»тарҙан йүгереп сыҡһаҡ, өҫтә заряд менән икенсе дрон көтөп тора, - тип һүрәтләне яугир һуғыштағы бер мәлде. - Ә ул химик матдәләр тәнгә эләкһә, үтәнән-үтә яндыра. Бына шулай, дошман ниндәй генә алымдар уйлап тапмай.

- Дошман менән йөҙгә-йөҙ осрашҡанығыҙ бармы? - тип һораным Линарҙан.

- Әсирҙәрҙе күп күрҙем. Улар һуғыш тураһындағы кинола һымаҡ ҡоралдарын ситкә ташлап, ҡулдарын күтәреп үҙҙәре килеп сыға. Һуңғы тапҡыр дошман ҡамауҙа ҡалды, бер яҡҡа ла ҡасып сығып китә алмай. Ошо саҡта йөҙҙөн ашыу Украина һалдаты әсирлеккә бирелде, - тип дауам итте әңгәмәсем. – Украина хәрби көстәрендә ялланып хеҙмәт иткәндәр ҙә күп. Быны мәйеттәрҙең шеврондарынан белеп була. Улар Британия, Америка, Франция һәм башҡа илдәрҙән ялланған булғандар.

- Хәрби хәрәкәттәрҙән, алыштарҙан һуң нисек ваҡыт үткәрәһегеҙ? – тип ҡыҙыҡһындым.

- Беҙ блиндажда тынлыҡты тыңлап ял итәбеҙ, мунса инәбеҙ. Ул да блиндаж кеүек үк ер аҫтында урынлашҡан. Был ҙур мунсаны беҙ үҙебеҙ һалдыҡ, - тип уртаҡлашты яҡташыбыҙ. – Һәм, әлбиттә, ғаиләне һағынып, матур иҫтәлектәргә биреләбеҙ. Шунан да олораҡ бәхет юҡ. Линар Илшат улының алты йәшлек улы һәм өс йәшлек ҡыҙы үҫеп килә. Яҡташыбыҙ мобилизацияланғанда сабыйы бер нисә айлыҡ ҡына булған.

Оҙаҡламай яугир махсус хәрби операция зонаһына кире китә, уға һәм ғаиләһенә именлек, сабырлыҡ һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ.


Фотолар шәхси архивтан.

Еңеү көнөн тыуған яғында ҡаршыланы
Еңеү көнөн тыуған яғында ҡаршыланы
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас